«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»

28 янв в 10:01 “Яҡшы яңылыҡтар вәғәҙә итеп ҡалабыҙ”

Беҙҙең баҫмаға түбәндәге хат килде. Уны  Бөрйән районының Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Айгөл Ғазина яҙған һәм түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.

“Бөрйән районының Ырғыҙлы мәктәбендә спорт яратҡан, спорт менән дуҫ булған, мәктәп, район, зона, республика кимәлендә юғары уңыштар яулаған тырыш балалар уҡый. Волейбол, футбол, баскетбол, лапта кеуек уйындарҙы йыл әйләнәһенә уйнаһалар, ер өҫтөнә ап-аҡ ҡар ятыу менән балалар яланға сығып саңғыға баҫа.

Мәктәп спорт залы  —  балаларҙың иң яратҡан урыны. Проект буйынса спортзалда сәхнә лә бар, әммә тауыштың көслө яңғырауы арҡаһында йыл әйләнәһенә үткән күп сараларзы сәхнә булған спортзалда түгел, ә уҡыу залында үткәрергә мәжбүрбеҙ.  

Ниһайәт, быйыл Ырғыҙлы ауыл хакимиәте менән берлектә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ниәт иттек. Тәүге йыйылышта халыҡ төрлө ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Шул тәҡдимдәр араһынан Ырғыҙлы ауылы урамдарын яҡтыртыу, мәктәпкә спорт инвентарҙары алыу, спортзалда тауышты изоляциялау һәм яңы тәҡдим, тигән дүрт пункттан торған анкета-һорауҙарҙы тултырып Ырғыҙлы ауылы халҡы үҙенең ниндәй проектты хуплауын белдерҙе.

Инициативалы төркөм булдырылды, ошо проект сиктәрендә төрлө саралар үткәрелде, балалар “Хыялымдағы спортзал” исемле һүрәт, инша конкурсында әүҙем ҡатнашты һәм интернет селтәрендәге Ырғыҙлы мәктәбенең рәсми төркөмөндә барлыҡ саралар сағылыш алды.

Ниһайәт, ошо көндәрҙә һуңғы йыйылыш үтте һәм иң күп тауыш йыйып,  “Ырғыҙлы мәктәбенең спорт залында тауышты изоляциялау” проекты тормошҡа ашырылыуға хоҡуҡ алды. Еңеүгә ышанысыбыҙ ҙур, уның өсөн күп көс һалабыҙ, барыһы ла килеп сыҡһа, балалар өсөн мөмкинлектәр артасаҡ. Ә беҙ яҡшы яңылыҡтар менән бүлешергә вәғәҙә итеп ҡалабыҙ”, — тип яҙған Айгөл Солтан ҡыҙы.

Вам может также понравиться...

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *